Кесаҙна, 6 ноябрь
Рәхмәтле булығыҙ (1 Тис. 5:18).
Йәһүәгә рәхмәттәр әйтер өсөн сәбәптәребеҙ бик күп. Әйҙәгеҙ, уға үҙебеҙҙә булған бөтә яҡшы нәмәләр өсөн рәхмәттәр әйтәйек, сөнки һәр игелекле бүләк — унан (Яҡ. 1:17). Мәҫәлән, уға ерҙең матурлығы һәм башҡа ижади эштәре өсөн рәхмәттәр әйтә алабыҙ. Шулай уҡ ғүмеребеҙ, ғаиләбеҙ, дуҫтарыбыҙ һәм өмөтөбөҙ өсөн рәхмәт әйтеп була. Уның беҙгә яҡын дуҫы булып китергә мөмкинлек биргәне өсөн дә рәхмәтле булыу бик мөһим. Беҙгә Йәһүәгә нимә өсөн рәхмәтле булғаныбыҙ тураһында уйланырға кәрәк. Бәлки, бының өсөн айырым тырышлыҡтар һалырға кәрәк булыр, сөнки был донъяла кешеләр йыш ҡына нимәлер алыу тураһында ғына уйлай. Күптәрҙең үҙҙәрендә булған нәмәләр өсөн рәхмәт әйтергә башына ла килмәй. Әгәр беҙ шундай ҡараштың йоғонтоһона бирелһәк, доғаларыбыҙ талаптар исемлегенә әйләнергә мөмкин. Шундай хәл булмаһын өсөн, Йәһүәгә ҡарата рәхмәт тойғоһо үҫтерергә һәм бөтә яҡшы эштәре өсөн рәхмәттәр әйтергә кәрәк (Лука 6:45). w23.05 4 б., 8, 9 абз.
Йома, 7 ноябрь
Һораусы иман менән, икеләнмәй һораһын (Яҡ. 1:6).
Ҡайғыртыусан Атайыбыҙ беҙҙең ғазап сигеүебеҙҙе теләмәй (Ишағ. 63:9). Шулай ҙа ул йылғаларға һәм утҡа оҡшаш бөтә һынауҙарҙы юлыбыҙҙан алып ҡуймай (Ишағ. 43:2). Ләкин беҙ ауырлыҡтар аша үткәндә, ул беҙҙең менән булырға вәғәҙә итә. Алла бер кемгә лә, бер нәмәгә лә үҙен беҙҙән айырырға рөхсәт итмәҫ. Йәһүә, беҙ сыҙам ҡалһын өсөн, үҙенең ҡеүәтле изге рухын бирә (Лука 11:13; Флп. 4:13). Тимәк, беҙ сыҙам һәм Аллаға тоғро булып ҡала алабыҙ. Йәһүә беҙ уға ышанырбыҙ тип көтә (Евр. 11:6). Ҡайһы саҡта һынауҙар тауҙар кеүек үтә алмаҫлыҡ булып күренергә мөмкин. Һәм беҙ шул ваҡытта: «Бында хатта Йәһүә лә ярҙам итә алмай», — тип уйлайбыҙҙыр. Ләкин Изге Яҙма, Йәһүә менән бөтә нәмәне булдыра алабыҙ, тип ышандыра (Зәб. 18:29). Шуға күрә шикләнер урынына, Йәһүәгә доға ҡылығыҙ һәм уның һеҙгә яуап ҡайтарасағына ышанығыҙ (Яҡ. 1:6, 7). w23.11 22 б., 8, 9 абз.
Шәмбе, 8 ноябрь
Уның ялҡыны— балҡып янған ут, Йәһ ялҡыны. Ярһыулы һыуҙар һөйөү утын һүндерә алмай, даръялар ҙа уны ағыҙып алып китә алмай (Йыр. 8:6, 7).
Ниндәй матур тасуирлау! Был һүҙҙәр ирле-ҡатынлыларҙы, бер-берегеҙгә ҡарата мөхәббәтегеҙ мәңгегә һуҙыла ала, тип ышандыра. Ир менән ҡатын бер-береһен ғүмер буйы ярата аламы? Был уларҙың үҙҙәренән тора. Миҫал килтерәйек. Усаҡҡа утын өҫтәп торһаң, ул туҡтауһыҙ яна. Әгәр усаҡҡа утын өҫтәмәһәң, ул яйлап һүнә. Шуның шикелле, ир менән ҡатын үҙ мөнәсәбәттәре хаҡында ҡайғыртһа, уларҙың мөхәббәте мәңге көслө була ала. Ҡайһы саҡта ирле-ҡатынлылар үҙ-ара мөхәббәтенең һыуыныуын тоя. Был матди ауырлыҡтар, сәләмәтлек хаҡында борсолоуҙар йәки балаларҙы тәрбиәләүгә бәйле ауырлыҡтар арҡаһында булырға мөмкин. «Йәһ ялҡыны» дөрләп янһын өсөн, ир менән ҡатынға, бар көстәрен һалып, Йәһүә менән мөнәсәбәттәрен нығытырға кәрәк. w23.05 20—21 бб., 1—3 абз.